» ХАН ЭҘЛӘТКӘН АҪЫЛТАШ... халҡыбыҙ күңелендә ята. "Киске Өфө" гәзитендә интервью



ХАН ЭҘЛӘТКӘН АҪЫЛТАШ... халҡыбыҙ күңелендә ята. "Киске Өфө" гәзитендә интервью

ХАН ЭҘЛӘТКӘН АҪЫЛТАШ...
халҡыбыҙ күңелендә ята


Бер яуыз хан йәшәгән. Ул бер көндө үҙенең ханлығындағы барлыҡ ҡарттарҙы үлтерергә бойорған. Хандың фарманы тайпылышһыҙ үтәлгән. Тик хан ғәскәренең йөҙ башлығы булып хеҙмәт итеүсе бер яугир ғына үҙенең атаһын яу һандығына йәшереп алып ҡалған. Атаһы ятҡан һандыҡты ул үҙе менән йөрөтөп, тик төн уртаһында ғына атаһын унан сығарып ашатыр булған. Берҙән-бер көндө хан үҙе ял иткән күл төбөндә алмас ялтырап ятҡанын күреп ҡала. Уны алыр өсөн яугирҙарын бер-бер артлы күлгә сумдырып эҙләтә, бушҡул көйө сыҡҡан береһенең башын киҫтереп тора. Шулай итеп, хан ғәскәренең бер йөҙлөгөндәге һалдаттарҙың башы киҫелгәс, сират атаһын һаҡлап ҡалған йөҙбашына етә. Төндә ул атаһын һандыҡтан сығарып, хәлде аңлатып биреп, бәхилләшергә була.
-Ә күл янында ағас үҫәме? - тип һорай унан атаһы.
-Үҫә, хан нәҡ шул ағастың күләгәһендә ултыра, - ти уға улы.
-Улайһа, хан күл төбөнән эҙләткән аҫылташ шул ағастың башындағы ҡош ояһында ята булыр...
Артабан йөҙбашы, атаһы өйрәткәнсә, күлдең төбөнәрәк төшөр өсөн ағас башына менеп һикерергә хандан рөхсәт һорай. Шунан ағас башына менеп, алмасты ала ла, һыуға сума һәм кире сыҡҡанында аҫылташты ханға тоттора. Хан бик шатлана һәм йөҙбашынан аҫылташты нисек табыуы хаҡында һөйләүен үтенә. Йөҙбашы барыһын да түкмәй-сәсмәй бәйән иткәс, хан ҡарттарҙы үлтертеү хаҡындағы фарманын юҡҡа сығара.
Ни өсөн был тарихты иҫкә төшөрҙөк һуң? Хәҙер менеджерҙар заманы килде. Кешелек меңәр йылдар буйына туплаған тәжрибә, фән, ғилем, аҡыл йәшәйешебеҙҙең кәрәкһеҙ бер "йөгөнә" әүерелә бара. Был күренеш тормоштоң барлыҡ өлкәләренә лә ҡағыла. Беренсе планға "берҙе биш итеү" тигән баҙар фәлсәфәһе ҡуйыла. Бына ошондай шарттарҙа быйыл үҙенең 80 йәшен тултырыусы Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты нисек йәшәй һуң? Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА, филология фәндәре докторы, әҙәбиәт ғилеме бүлеге мөдире Миңлеғәле НӘҘЕРҒОЛОВ, филология фәндәре кандидаты, фольклористика бүлеге мөдире Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА менән әңгәмәбеҙҙә был һорауға яуап алырға тырышырбыҙ.

Фән, ғилем тәжрибәгә, икенсе төрлө әйткәндә, аҡһаҡал аҡылына нигеҙләнә. Юғарыла килтерелгән ғибрәтле риүәйәткә бәйле һеҙ үҙегеҙ эшләгән институттың ниндәй проблемаларын әйтеп китерһегеҙ?

Ф. Хисамитдинова: Был хәлде беҙ бигерәк тә быйыл институтыбыҙҙың 80 йыллыҡ юбилейын үткәргән көндәрҙә ныҡ тоябыҙ. 50 йыллығында институтыбыҙға Почет Билдәһе ордены биргәндәр, 75 йыллығында ла хеҙмәткәрҙәребеҙгә фатир, почетлы исемдәр, премия, институтҡа мини типография, машина биреп ныҡ ҙурланылар. Быйыл 80 йыллыҡты лайыҡлы үткәреү маҡсатында республика етәкселегенә мөрәжәғәт итергә булдым. Президентҡа рәхмәт, ул ниәтебеҙҙе хуплап, хатыбыҙға "Хупларға!" тип ҡул ҡуйып, Премьер-министр урынбаҫарҙарына төшөргән. Указдың проекты ла әҙер булды. Әммә проектты министрлыҡтар, ведомстволар аша үткәргәндә бик ҙур ҡаршылыҡтарға, әйткәндәй, йәш чиновниктарҙың тап менеджерлыҡ ҡаршылығына осраныҡ. Улар беҙгә "80 йыл юбилей түгел", "Институт беҙгә ҡарамай, федераль үҙәккә буйһона", "Һәр бер ведомство учреждениеһына ҡарар ҡабул итә башлаһаҡ..." тип яуап бирҙе. Мин уларға: "Беҙҙең институт һәр бер ведомство түгел, унда беҙҙең республиканың рухы тупланған. Беҙҙең республика Башҡортостан тип атала икән, уның рухи тупланмаһы булған институт та берәү генә..."- тип яуап бирҙем.
Былар менән нимә әйтергә теләйем: халыҡ рухын өйрәнеүсе беҙҙең институттың ғына түгел, ғөмүмән, милләт рухының әһәмиәтен аңламаған йәш быуын килде хәҙер власҡа. Беҙ уларға милләт рухының әһәмиәтен аңлата алмаһаҡ, бер көн килеп улар беҙҙең институтты ла ябып ҡуйыуы бар. Ил ҡарттарын юҡ иткән теге яуыз хан һымаҡ.
Бөгөн беҙҙең институт өс ҙур проект өҫтөндә эшләй. Беренсеһе - 36 томлыҡ "Башҡорт халыҡ ижады", беҙ әле уның 13 томын сығарҙыҡ. Икенсе ҙур проект - "Башҡорт халҡы тарихы"ның 7 томлығы, уны сығарыуҙа беҙҙең ғалимдар ғына түгел, Мәскәү, Петербург, Силәбе, Екатеринбург, Ырымбур, Пермь, Ҡаҙан ғалимдары ҡатнаша. Әле уның I, III, IV, V, VI томдары донъя күрҙе. Әлбиттә, был томлыҡтың бүлектәре төрлө кимәлдә эшләнгән, әммә институт хәҙер шул 7 томлыҡты яҙып ҡалдырһа, киләсәктә йәш быуын уны байытасаҡ, камиллаштырасаҡ. Был томлыҡтарҙы сығарыу юлында ҡаршылыҡтар күп. Башҡорт халҡының тарихы нисек ҡанлы, ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы булһа, уны яҙыу һәм донъяға белдереү ҙә күп кенә ҡаршылыҡтар аша тормошҡа ашырыла. Өсөнсө йүнәлеш - 10 томлыҡ "Башҡорт теленең академик һүҙлеге", башҡа төрлө һүҙлектәр, шул иҫәптән этимологик һүҙлек сығарыу. Беҙ әле академик һүҙлектең I, II томдарын ҡулға алдыҡ.
Г. Хөсәйенова: Фәнгә, ғилемгә менеджерлыҡ күҙлеге аша ҡарау беҙҙең институт юбилейына ҡарата мөнәсәбәттә генә түгел, беҙҙең эшмәкәрлектә лә сағыла. Әле юбилейға арналған библиографияны төҙөп ултырабыҙ ҙа, бер хәлгә аптырайбыҙ. Сәнғәттә, мәҫәлән, ҡурайсылар, йырсылар, бейеүселәр, музыканттар һәм башҡалар булған кеүек, беҙҙә лә илленән ашыу белгес бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы уникаль, алмасҡа торошло, әммә улар дәүләт иғтибарынан ситтә. Бына, мәҫәлән, фольклор фәнен үҫтереү өсөн экспедицияларға сығыу мотлаҡ кәрәк. Әммә беҙгә бының өсөн аҡса бүленмәй, Мәскәү беҙгә тик айлыҡ хеҙмәт хаҡы ғына түләй. Беҙ нисек теләйбеҙ, шулай аҡса табабыҙ ҙа, командировкаға, экспедицияға сығып китәбеҙ. Әгәр ҙә бер йыл экспедицияға сыҡмаһаҡ, беҙ күпме мәғлүмәт, тарихи материал юғалтабыҙ, сөнки оло быуын китә бит. Былтыр Мәскәүҙән тикшереүселәр килде. Улар: "Рәсәйҙә әле фольклор йәшәүен дауам иткән бармаҡ менән генә һанарлыҡ төбәктәрҙең береһе - һеҙ", - тине. Мәскәүҙән тағы бер коллегабыҙ: "Һеҙҙең халҡығыҙ ҡайһылай зирәк,"Бер - олоно, бер кесене тыңла", тигән мәҡәлегеҙ үк быны раҫлай. Бына беҙ Мәскәүҙә баш институтта ултырабыҙ, ә күп йәһәттән һеҙҙән артта ҡалғанбыҙ, һеҙ фольклор буйынса йыл һайын томдар сығараһағыҙ", - тине. Беҙҙә әле 80 йыл буйына йыйылған материалдар араһында тыңланмай ятҡан кассеталар ҙа бар. Уларҙы ҡағыҙға күсереү өсөн мөмкинлек, финанс кәрәк. Әлбиттә, башҡорт фольклоры белгестәре был яҡтан маҡтауға ғына лайыҡ, йыйып ҡайтҡан материалдарҙы тиҙерәк эшкәртеү яғын ҡарайҙар.
Ф. Хисамитдинова: Беҙ фольклорсылар йыйып алып ҡайтҡан материалдарҙы китап итеп сығарабыҙ ҙа, һатабыҙ, уның аҡсаһына яңыһын сығарабыҙ. Шулай итеп, үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрәбеҙ.
М. Нәҙерғолов: 90-сы йылдарҙа "Башҡорт әҙәбиәте тарихы"ның 6 томлығын баҫтырып сығарһаҡ, әле 7-се том өҫтөндә эшләйбеҙ. Ул совет осоронан һуңғы осор әҙәбиәтен үҙ эсенә ала. Башҡорт әҙәбиәтенең боронғо дәүерҙән алып ХХ быуаттың 80-се йылдарына тиклемге осорон урыҫ телендә 3 томлыҡ итеп әҙерләнек әҙерләүгә, әммә һаман да баҫтыра алмайбыҙ. Кемдәргә генә хат яҙылманы, әммә 2007 йылдан бирле мәсьәлә хәл ителмәй. "Башҡорт әҙәбиәте тарихы" 1977 йылда урыҫ телендә сығарылған, ул совет осоронда сығарылғанға күрә идеологик йәһәттән иҫкергән. Әлеге ваҡытта Екатеринбургта "Урал халыҡтары әҙәбиәте" күп томлығы әҙерләнә. Уның тәүге томына урыҫ һәм башҡорт әҙәбиәте генә инәсәк. Шул уҡ ваҡытта әле Төркиәлә инглиз телендә "Башҡорт милләтенең мәҙәниәт тарихы" тигән китапты сығарыуға әҙерләйбеҙ. Беҙгә унда ҙур ғына урын бирәләр. Сит тарафтарҙа беҙҙең китаптарға юл бар, улар башҡорт әҙәбиәтенең боронғо әҙәбиәт икәнлеген таный, күпме конференцияларға саҡырып баһа бирәләр, ә үҙебеҙҙә ҡуҙғалыш юҡ. Хәҙер, мәҫәлән, яҙыусыларҙың китаптарын күп томлы итеп сығарыуҙы өҫтөнөрәк күрәләр. Әммә улар араһында бөтөнләй уҡырлыҡ булмағандары ла байтаҡ. Беҙ үҙебеҙҙең мөмкинлектән сығып халыҡҡа кәрәкле китаптар баҫтырабыҙ, әммә уларҙың тиражы бәләкәй, бөтөн ергә лә барып етмәй.
Беҙҙең институтта бик бай ҡулъяҙмалар һәм боронғо китаптар фонды бар. Улар хәҙер алты мең ярым берәмектән артып китте. Беҙ уларҙы уҡыйбыҙ, электрон каталогтарға индерәбеҙ, оцифровка, реставрация эше алып барабыҙ. Һуңғы йылдарҙа ҡулъяҙмалар, иҫке китаптар йыйыу буйынса экспедициялар ойоштора башланыҡ. Бына Балаҡатай, Ҡыйғы райондарының бер өлөшөн йөрөп сыҡтыҡ, унда бик ҡыҙыҡлы материалдарға юлыҡтыҡ. 2010 йылда Мәсетле районын тулыһынса йөрөп сыҡтыҡ. Әле халыҡта боронғо яҙма ҡомартҡылар бар. Уларҙы йыйыу менән бер рәттән, фольклор материалдарын да туплайбыҙ.
Әлеге ваҡытта беҙ институтта һаҡланған яҙма ҡомартҡыларҙың 20 процент самаһын ғына өйрәнгәнбеҙ. Баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле байлығыбыҙҙың иң ҙур өлөшө әле өйрәнелмәгән. Элек ул фондты тегендә-бында типкеләп йөрөттөләр. Был шулай уҡ менеджерлыҡ касафаты. Тәүҙә уны институттан айырып алып, Ленин мемориалындағы яҙма ҡомартҡыларҙы һаҡлау шарттарына тура килмәгән бер ағас йортҡа урынлаштырҙылар. Унан һуң Киров урамындағы 15-се һанлы йортҡа, аҙаҡ тағы ла икенсе бер бүлмәгә күсерҙеләр. Хәҙер фонд 5-се урынға күсерелде. Ундай китаптарҙың ҡәҙерен, әһәмиәтен аңлаған кеше уларҙы урынынан ҡуҙғатырға тейеш түгел. Ә беҙ уларҙы бәйләп, машиналарға тейәп ташый, урынынан күсерә торғас, байтағы бөтөнләй тәләфләнеп тә бөткәндер, тип ҡурҡам. Беҙҙә XIV быуатҡа ҡараған ҡулъяҙмалар, күп кенә күренекле шәхестәребеҙҙең үҙ ҡулдары менән яҙған әҫәрҙәре бар. Ғәли Соҡоройҙың, Утыҙ Имәниҙең, Аҡмулланың, М. Өмөтбаевтың, Ғарифулла Кейековтың һәм башҡаларҙың ҡулъяҙмалары ла һаҡлана. Риза Фәхретдиновтың 42 томлыҡ мираҫы үҙе генә ни тора! Риза Фәхретдиновтың "Аҫар"ын ике китап итеп сығарҙыҡ, әлеге ваҡытта "Йыуаныс" тигән әҫәренең беренсе китабын баҫтырҙыҡ, икенсеһен әҙерләйбеҙ.

Һеҙҙең институттың ете бүлеге эшмәкәрлегендә халҡыбыҙҙың тарихы ниндәй кимәлдә өйрәнелгән?

Ф. Хисамитдинова: Һәр бүлектең үҙенә тәғәйен йүнәлеше бар. Этнография бүлеге халҡыбыҙҙың килеп сығышы, традицион мәҙәниәте, антропология мәсьәләләрен өйрәнә. Беҙҙең халыҡтың матди мәҙәниәте ниндәйҙер кимәлдә өйрәнелгән, ә рухи мәҙәниәтен өйрәнеү башланып ҡына тора. Миңлеғәле Хөсәйен улы әйткәнсә, яҙма ҡомартҡыларыбыҙҙың 80 процент самаһы һаман да өйрәнелмәй ятыуы беҙҙең белем биреү системаһындағы етешһеҙлектәрҙән килеп сыға. Ғәрәп, фарсы телдәрендә, ғәрәп графикаһында яҙылған рухи байлыҡты уҡырлыҡ белгестәр юҡ кимәлендә. Уҡый белгәндәре лә бик аҙ. Сөнки шул уҡ филология факультетын тамамлап килгән белгестәребеҙ был белемдән бик алыҫ тора. Ул телдәрҙе, хатта графиканы тарихсылар, этнографтар, филологтар барыһы ла белмәй. Ә беҙ кадрҙарҙы ҡайҙан алабыҙ һуң? Әлбиттә, юғары уҡыу йорттарынан. Әгәр ҙә университеттың тарих, филология факультеттарында боронғоно һәм иҫке төркисәне, ғәрәп, фарсы телдәрен, графиканы тейешле кимәлдә өйрәнһәләр, ҡулъяҙмаларҙы өйрәнеү ҙә алға китер ине. Ундай белгестәр булһа, бик теләп эшкә алыр инек.
"Башҡорт халҡының тарихы" күп томлығы өҫтөндә эшләгәндә күп авторҙар, ғәҙәттәгесә, урыҫ телендә яҙылған сығанаҡтар менән эшләне. Әммә улар ғәрәп, фарсы телендә, иҫке төркисә яҙылған сығанаҡтар менән эшләй алманы. Күп кенә тарихсылар мәктәптә, юғары уҡыу йортонда русса уҡыу сәбәпле, хатта хәҙерге графика менән яҙылған башҡорт сығанағы менән дә эш итә алмай. Әлбиттә, бының үҙ сәбәптәре, әммә был проблема бар. Был бер беҙҙең институттың ғына бәләһе түгел. Ҡыҫҡаһы, көнсығыш телдәрен белмәү арҡаһында бөтә бүлектәр ҙә сифатлы эшләй тип әйтеп булмай әлегә. Бының менән мин беҙҙең институт бер нәмә лә эшләмәй, тип әйтә алмайым. Ул хәленән килгәнсә эшләй. Беҙ хәҙер юғары уҡыу йорттары биреп еткермәгән белемде үҙебеҙ уҡытырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, Миңлеғәле Нәҙерғолов иҫке төркисәне өйрәтеү курсы асты. Ҡыҫҡаһы, институт һәр ваҡыт үҫеш юлында.
Г. Хөсәйенова: Хәҙер университетта Кирәй Мәргән, Әхмәт Сөләймәнов кеүек фольклор уҡытҡан профессионалдар юҡ. Филологияның тел, фольклор һәм әҙәбиәт өлкәләрен үҙ эсенә ала икәнен дә аңламай хәҙерге студенттар. Бына нисә йыл инде фольклор буйынса аспирантураға килмәйҙәр, сөнки фольклор уҡытыусыһы булмағас, был өлкә буйынса диплом да яҙҙырмайҙар. Халыҡ ижадына ҡарата мөнәсәбәтте тамырынан үҙгәртергә кәрәк.

Боронғо текстарҙы уҡыуҙың ниндәйҙер айырым системаһы ла барҙыр?

М. Нәҙерғолов: Беҙ боронғо тексты башҡорт теле грамматикаһы күҙлегенән сығып уҡыйбыҙ. Былтыр Ҡаҙанда бер түңәрәк ҡорҙа ҡатнашҡайным. Унда Мәскәүҙән, Кавказдан, Питерҙан ҡунаҡтар килде. Мин сығыш яһағандан һуң оло ғына бер татар ғалимы мине "Боронғо текстарҙы дөрөҫ уҡымайһығыҙ", тип тәнҡитләп маташты. Мин уға: "Һәр халыҡ ғәрәп, иҫке төрки телдәрендәге тексты үҙенең теле юҫығынан сығып уҡый. Бер үк һүҙҙе татар үҙенсә, ҡаҙаҡ үҙенсә, беҙ, башҡорттар, үҙебеҙсә уҡыйбыҙ. Беҙҙең үҙебеҙҙең тел графикаһы системаһы, һеҙҙә булмаған "ғ", "ҙ", "ҫ", "һ" өндәре бар. Беҙ һеҙгә ҡарағанда текстарҙы еңелерәк тә уҡыйбыҙ. Ғөмүмән, башҡорт теле ғәрәп, инглиз телендәге яҙмаларҙы уҡырға бик ҡулайлы", - тип яуап бирҙем. Ысынлап та, татар, ҡаҙаҡ телдәрендә беҙҙәге һәм ғәрәп телендәге үҙенсәлекле өндәр булмағас, улар бер өндө бер нисә хәреф аша белдерә, йә шундай хәрефтең барлығын белдерер өсөн өҫтәмә билдә ҡуя. Беҙ хәҙер боронғо текстарҙы уҡыуҙың үҙ системаһын булдырҙыҡ, йәғни беҙ уларҙы үҙебеҙҙең тел юҫығынан сығып уҡыйбыҙ. Беҙҙең тел, татар теленән айырмалы рәүештә, ғәрәп, фарсы һүҙҙәрен боҙмайынса яҙырға һәм уҡырға мөмкинлек бирә.

Билдәле яҙыусы һәм тарихсы Йыһат ағай Солтановтың фатирында булғанда, ул кәштәлә торған бер китапты асып, унда яҙылғанды уҡытып күрһәтте. Ул урыҫ ғалимдарының Ҡытай тарихы буйынса яҙылған китабы булып сыҡты, Мәскәүҙә донъя күргән. Ағайҙың миңә күрһәткән өлөшөндә "...беҙгә (ҡытайҙарға - Ә.Ғ.-Ү.) көнбайыштан килеүсе йүкә билбаулы басилдар (башҡорттар) дәүләт төҙөп бирҙе..." тигән һүҙҙәр яҙылғайны. Бының менән нимә әйтергә теләйем: беҙ әле тарихыбыҙҙы, асылда, урыҫ, ғәрәп, фарсы сығанаҡтары буйынса ғына өйрәнәбеҙ. Ә бит донъяла тағы ла Европа, Азия, Ҡытай архивтары ла бар. Ғөмүмән, башҡорт халҡы тарихының өйрәнелмәгән өлөшө күпмерәк тип уйлайһығыҙ?

Ф. Хисамитдинова: Әлеге ете томлыҡ бөгөнгә өйрәнелгән сығанаҡтарға ғына нигеҙләнеп яҙыла. Миңлеғәле Хөсәйен улы әйткәнсә, сығанаҡтарыбыҙҙың 20 проценты өйрәнелгән икән, беҙ шул кимәлдә генә яҙа алабыҙ. Беҙ әле "Өйрәндек" тигән ғәрәп, урыҫ, фарсы, венгр һәм башҡа сығанаҡтарҙың да бер өлөшөнә генә күҙ һалынған. Йыл һайын беҙ ниндәйҙер асышҡа юлығабыҙ. Бер аҙ финанс мөмкинлеге сығыу менән томлыҡтарҙы яҙыуҙа ҡатнашҡан ғалимдарҙы мин архивтарға командировкаларға ебәрҙем. Ғалимдар Рәсәй ҡалаларынан тыш, Венгрияла, Германияла, Төркиәлә, Үзбәкстанда, Ҡаҙағстанда – барлығы 72 ҡаланың архивында эшләнеләр. Улар был илдәрҙең һәм ҡалаларҙың архивтарында башҡорт милләтенә ҡағылған сығанаҡтарҙың хәтһеҙ күп булыуы хаҡында белдерҙе. Әле Ҡытай ғына түгел, хатта үҙебеҙҙең илдең архивтарындағы материалдарҙы өйрәнергә кәрәк әле беҙгә. Тимәк, киләсәктә башҡорт тарихын яҙыу дауам итәсәк һәм ул ете томдан да күпкә артасаҡ һәм тулыланасаҡ.
Ете томды яҙҙың да, эш бөттө, тип әйтеп булмай. Институтта башҡорт халҡы, Башҡортостан тарихы тәүге йылдарҙан уҡ яҙыла. Мәҫәлән, С.К. Руденко, Н.К. Дмитриев та үҙҙәренең классик эштәрен яҙғанда беҙҙең институт уларға ярҙам иткән. С.К.Руденконың эшен һуңынан Р.Ғ.Кузеев, Н.В. Бикбулатов дауам иткән. Ҡыҫҡаһы, республикабыҙ фәненең һәр өлкәһенә беҙҙең институт йүнәлеш биргән. Улай ғына түгел, милләтебеҙҙең дәүләтселек нигеҙе беҙҙең институт тарафынан формалаштырыла. Хәҙерге ваҡытта 500 данала фоноваликта боронғо йырҙарыбыҙ тупланған, уларҙың 267-һе үҙебеҙҙә, ҡалғаны Санкт-Петербургта һаҡлана. Улар 20-се йылдарҙа йыйылған. Күренеүенсә, шул замандарҙа профессиональ сәнғәтебеҙгә, декоратив, һынлы сәнғәткә нигеҙ һалынған. Шуға күрә беҙҙең институтты башҡалар менән сағыштырып йә йәнәш ҡуйып булмай, сөнки башҡорт милләте, Башҡортостан мәнфәғәтенә академик кимәлдә хеҙмәт иткән берҙән-бер институт ул донъяла.
Г. Хөсәйенова: Беҙҙе төрлө эксперт комиссияһы, жюри эштәренә йәлеп итәләр. Беҙгә шәжәрә төҙөү өсөн дә ҡайҙан ғына мөрәжәғәт итмәйҙәр. Һәр төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, халыҡ ижады байрамдарында, ғилми конференцияларҙа беҙ белгес булараҡ, дәүләт эксперты вазифаһын үтәйбеҙ. Беҙҙең бүлек халыҡ ижадын өйрәнеүҙе дауам итә икән, бер ваҡытта ла беҙҙең эштең осо-ҡырыйы булмаясаҡ. Беҙ халыҡтыҡын йыйып алабыҙ ҙа, халыҡтың үҙенә ҡайтарып бирәбеҙ. Беҙҙең әле тылсымлы һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр буйынса монографиялар донъя күрмәгән, әкиәттәребеҙҙең структураһы, балалар фольклоры, халыҡ медицинаһы ентекле өйрәнелмәгән әле, йәғни эш муйындан.
Ф. Хисамитдинова: Беҙҙең институт әле "Урал батыр" эпосын һәм уға ҡараған эпостар циклын ЮНЕСКО-ға тәҡдим итеү өҫтөндә эшләй. Беҙ әле ул документтың фәнни нигеҙен әҙерләйбеҙ.

"Урал батыр" эпосын фольклор әҫәре кимәленән башҡорт милләтенең мифологик эпик ҡомартҡыһы кимәленә күтәреү була инде уны ЮНЕСКО-ла теркәү. Шулай түгелме?

Г. Хөсәйенова: Мөхәмәтша Буранғолов эпосты яҙып алған, әммә уны һөйләгән кешеләрҙең тауышы яҙылған кассета һаҡланмаған. Ә беҙҙән ошондай яҙма талап итәләр. Шуға күрә лә уны йөкмәткеһе буйынса башҡорт халҡының мифологик эпосы булыуына ҡарамаҫтан, фольклор әҫәре, тип әйтәбеҙ.
Ф. Хисамитдинова: Бөгөн беҙҙең фольклор бүлеге белгестәре ҡайҙандыр кемдәндер нимәнелер яҙып алған кеүек, беҙ ҙә "Урал батыр"ҙы кемдәндер яҙып алырға тейеш булабыҙ. Яҡуттарҙың нисек итеп үҙҙәренең "Олонхо"ларын башҡарыуын ишеткәндән һуң, миндә Санкт-Петербургта ятҡан фоноваликтарҙан "Урал батыр" эпосының Буранғолов эшләгән яҙмаһын эҙләү теләге тыуҙы. Фоноваликтарҙы яңғыратыу өсөн күп аҡса һорайҙар. Ә үҙебеҙҙә ундай аппаратура юҡ. Аппратуралар сит илдә һәм Санкт-Петербургта ғына бар. Бында дәүләт ярҙамынан тыш бер нәмә лә эшләп булмай. Кем белә, бәлки, эпостың яҙма варианты шунда яталыр.
Г. Хөсәйенова: Элек магнитлы таҫма етмәү арҡаһында икенсе әҫәрҙе яҙҙырыр өсөн тәүге яҙмаларҙы юйҙырып барғандар. Салауат Галин әйтеүенсә, "Заятүләк менән Һыуһылыу" кеүек күп кенә эпостарҙың катушкаға яҙылған вариантын ул бер тапҡыр ғына радиола яңғыратҡан һәм яҙма фондтан юғалған. Яҙмаларҙы юйҙырыусылар уларҙың ҡағыҙға төшкән варианты һаҡланһа - еткән, тип уйлап ҙур хата яһаған.

Күп кенә эпостарыбыҙ, халыҡ ижады өлгөләре, боронғо йырҙар ситтәр тарафынан үҙләштерелә. Был йәһәттән дә ситтәрҙең менеджерлыҡ эшмәкәрлеге күҙәтелә. Ошондай хәлдәр күҙәтелгәндә лә беҙҙең был байлыҡтарыбыҙ өсөн яуаплы булған министрлыҡ һәм ундағы белгестәр ҡыл да ҡыбырҙатмай. Ә бына һеҙ, халҡыбыҙҙың ошондай гәүһәрҙәре өсөн яуаплы урында эшләүселәр булараҡ, бындай күренештәргә дәғүә белдергәнегеҙ бармы?

Ф. Хисамитдинова: Беҙгә төрлө тарафтарҙан килеп, байлыҡтарыбыҙҙың күсермәләрен алырға тырышыусылар бар. Был осраҡта беҙ үҙебеҙҙең байлыҡты, беренселлекте һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Бына яңыраҡ, мәҫәлән, Риза Фәхретдиновтың рухи мираҫын үҙләштерергә теләүселәр табылды. Был хаҡта, Миңлеғәле Хөсәйен улы, һеҙ һөйләп китегеҙ.
М. Нәҙерғолов: Үткән көҙ беҙҙең Өфө ғилми үҙәге етәксеһенә Ҡаҙандан Риза Фәхретдиновтың бөтөн ҡулъяҙмаларының күсермәһен ебәреүҙе һорап хат яҙҙылар. Етәксебеҙ тиҙ арала эшләп ебәреүҙе ҡушып, был хатҡа ҡул ҡуйған. Беҙгә йыйылышып етәксебеҙгә инеп, хәлде аңлатырға тура килде. Беҙ уға: "Бер генә халыҡ, бер генә республика, дәүләт тә, хатта ҡала үҙендә булған архив документын башҡаға был рәүешле итеп бирмәй. Был енәйәткә тиң..." - тип әйттек. Ҡаҙан яғынан беҙҙең архив документтарын ҡулға төшөрөү, үҙләштереү эштәре электән үк барған, әле шуны дауам итмәксе булалар.
Екатеринбург архивында эшләгәндә өс битлек ҡулъяҙманы фотоға төшөрөп алырға һораныҡ. Беҙҙән ул саҡтағы хаҡ менән 180 һум аҡса һоранылар. Заманында милли китапхананың һирәк китаптар бүлегенән бик күп китаптарҙың менеджерҙар тарафынан ситкә һатылғанын да беләбеҙ. Минең тыуған Йылайыр районынан да "Урал тарихы" тигән ҡулъяҙма ситкә һатылды. Шул уҡ Ҡаҙанда һәм башҡа урындарҙа беҙгә ҡайһы бер ҡулъяҙмаларҙы бөтөнләй күрһәтмәйҙәр. Беҙ уларҙы хатта ҡулға алып ҡарау хоҡуғынан да мәхрүмбеҙ.
Ф. Хисамитдинова: Барыһын да кадрҙар хәл итә шул. Архивтарҙа, китапханаларҙа бындай ҡомартҡыларҙың халҡыбыҙҙың тиңһеҙ байлығы икәнлеген аңлаған кешеләр ултырһа, уларҙың әләф-тәләф ителмәүенә, ситкә китмәүенә юл ҡуймаҫҡа булалыр, тим. Бер йыл Ринат Йосопов етәкселегендәге экспедиция Һарытау өлкәһенә, үҙебеҙҙең Яңауыл районына сыҡты. Был урындарҙа Ҡаҙандан да килеп киткәндәр булып сыҡты. Беҙ бына шулай бер ниндәй рөхсәтһеҙ үҙебеҙҙең территорияға ситтәрҙе индерәбеҙ. Был йәһәттән беҙ урындағы хакимиәт етәкселәренә, дәүләт органдарына дәғүә белдерергә хаҡлыбыҙ, тип уйлайым. Бөгөн беҙ үҙебеҙ, мәҫәлән, Татарстандың Мөслим районына барып материал йыя алабыҙмы? Йәш ғалим Рәфил Аҫылғужин Минзәлә тарафтарына барып төшөү менән янына милиция хеҙмәткәрҙәре килеп етеүе хаҡында һөйләгәйне. Йәғни уларҙа дәүләт органдары уяу һәм ситтәрҙе муниципаль районға индереп бармай. Бына шуның өсөн дә ул тарафтарҙағы 300 мең башҡорт, башҡорт сығышын белә тороп, үҙен татар тип яҙҙыра ла инде. Мәрхүм Ринат Мөхәмәт улы Дүртөйлөнән бер ҡыҙҙы аспирантураға уҡырға алғайны. Уның кандидатлыҡ диссертацияһының темаһы көнсығыш Татарстандың Минзәлә өйәҙе тарихына арналған. Әммә ул был төбәктә тик уларҙың вәкиле оҙатыуында ғына йөрөй алған. Ә беҙгә Татарстандың ғалимдары ла, артистары ла килә, контроль дә юҡ, хатта уларҙың килгәнен дә белмәй ҡалабыҙ. Уларҙы беҙгә кем индерә: мәҙәниәт министрлығымы, әллә район етәкселегеме? Әллә улар бөтөнләй рөхсәт тә һорап тормаймы? Әгәр ҙә беҙ был мәсьәлә буйынса үҙебеҙҙең ҡарашты үҙгәртмәһәк, халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән байлығы шул менеджерҙар ҡулына эләгәсәк инде. Шуға ла ауылдарҙа йәшәүсе халҡыбыҙҙы, һәр үткенсегә серен асып, барыһын һөйләп, булған ҡомартҡыларын тапшырып ултырмаһын ине, тип тә иҫкәртке килә.
Тағы ла бер мөһим мәсьәлә хаҡында әйтмәй булмай. Һәр ауыл хәҙер документтар менән тулыландырып, шәжәрә китаптары сығара башланы. Уларҙа, асылда, шулай яҙалар: "Имеш, ауылға шул-шул йылда Ҡаҙан яғынан ике кеше килгән дә, беҙҙең ауылға нигеҙ һалған..." Был күрәләтә алдашыу. Мин уларға: "Бына бит һеҙҙең архив материалдарығыҙ бөтөнләй икенсе турала һөйләй. Был ауылда бит ул ике кеше килгәндә 30-40 башҡорт ғаиләһе булған, һеҙ уларҙың тарихын түгел, килеп ултырғандарҙың тарихын яҙғанһығыҙ", - тип, үҙ дәғүәмде белдерәм. Район етәкселәре алдында сығыш яһағанда мин артабан бындай китаптарҙың тарихсы ғалимдар рецензияһы нигеҙендә генә баҫтырылырға тейешлеген әйтеп киткәйнем. Юғиһә, ошо форсатты файҙаланып, кемдәрҙер үҙенә сәйәси база яһарға тырыша.
М. Нәҙерғолов: Былтыр Краснокама районында "Шәжәрә байрамы" үткәрҙек. Шунда Татарстандың Аҡтаныш районынан 40-лаған кешенең килеүе көтөлә ине. Килмәнеләр, баҡтиһәң, уларҙы урындағы власть ныҡлап тыйып ҡуйған икән.
Г. Хөсәйенова: Әле Ҡорған өлкәһе башҡорт ауылдарында һаҡланған боронғо милли кейемдәрҙе һатып алырға теләүселәр күбәйгән. Бер комплект милли кейемгә хатта 500 мең һум биреп һорайҙар икән...

Киләсәк башҡортон формалаштырыуҙа һеҙҙең институттың роле нимәгә ҡайтып ҡала тип уйлайһығыҙ?

Ф. Хисамитдинова: Башҡортлоҡ ниндәй компоненттарҙан торһа, уларҙың барыһы ла беҙҙең институттың ете бүлегенең эшенә бәйле. Санаторийҙа булғанда мин зыялылар төркөмөнә ҡарамаған милләттәштәребеҙҙең минең менән һаулыҡ һорашыуына иғтибар иттем. Бер бабай мине күреү менән илап ебәрҙе лә: "Һеҙҙе күрер көнөм дә бар икән. Һеҙ бит беҙгә халҡыбыҙ тарихы тураһында беҙ аңламаған күп нәмәләрҙе аңлаттығыҙ", - тине. Әйткәндәй, ул төньяҡ-көнбайыш башҡорто ине. Беҙҙе аңлайҙар, әммә был аңлауҙы беҙгә йәш быуынға тапшырырға кәрәк.
Мин беҙҙә йәшәгән сит милләт вәкилдәренә шулай тием: "Һеҙҙе башҡорт милләте барығыҙҙы ла үҙ еренә һыйҙырып, бер кемегеҙҙе лә ситһенмәй йәшәтә икән, был уның күңел бөйөклөгө тураһында һөйләй. Беҙ бөгөн халҡыбыҙ үҙе аңлап бөтмәгән рухты ғилми хеҙмәттәр, китаптар аша үҙенә ҡайтарабыҙ һәм был хеҙмәтебеҙ менән республикабыҙҙағы дуҫлыҡ хаҡына хеҙмәт итәбеҙ..." Беҙҙең институт ғилми ойошма, фәнни учреждение ғына түгел. Ул туған ил, туған тел, рух, атай-әсәй кеүек изге бер урын. Халыҡ беҙгә өмөт итеп бағып тора.
М. Нәҙерғолов: Санкт-Петербургтың көнсығышты өйрәнеү институты фондында Һибәтулла Сәлихов тигән башҡорт ғалимының 10 ҡулъяҙмаһы ята. Ул үҙ хеҙмәттәрендә башҡорт халҡының, Башҡортостандың, төбәктең тарихын яҙған, хатта башҡорт-урыҫ мөнәсәбәттәрен дә тасуирлаған. Тик был хеҙмәттәрҙе беҙҙең тарихсылар ҡулына алып уҡығаны бармы икән? Ғөмүмән, хәҙерге башҡорт тарих фәне кириллицаға нигеҙләнгән тексты ғына тасуирлай. Әммә беҙҙең ата-олатайҙар яҙып ҡалдырған ҡомартҡыларҙы өйрәнеү, шулар нигеҙендә тарихи ваҡиғаларҙы, шәхестәрҙе кәүҙәләндереү бөтөнләй юҡ. Халҡыбыҙ теге йәки был тарихи ваҡиғаны үҙ күҙлегенән сығып нисек яҙҙы икән - был турала уйлау юҡ хәҙерге тарихсыларҙа. Бик аяныслы хәл. Беҙҙең университетта ғәрәп яҙмаһындағы тексты уҡый алырлыҡ та олпат ғалимдарыбыҙ булмауы ҡыҙғаныс.
Ф. Хисамитдинова: Вадим Трепавлов үҙенең "Аҡ батша" тигән китабында "Һәр бер халыҡтың үҙенең ҡарашы менән яҙылған тарихын табырға кәрәк", тип яҙа. Ысынлап та, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Һәр кеше, һәр халыҡ үҙ яҙмышын да, үҙ тарихын да үҙе яҙырға тейеш...

Шулай итеп...
"Һәр халыҡтың үҙ Карамзины ғына түгел, уның үҙ институты булыуы ла мотлаҡ", тип өҫтәргә генә ҡала юғарылағы әңгәмәне тыңлағандан һуң. Ысынлап та, һәр милләттең, һәр дәүләттең үҙ атрибуттары һәм институттары булырға тейешлеген иҫәпкә алып, бынан 80 йыл элек барлыҡҡа килгән был Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. Бөгөн ул оло тәжрибәле аҡһаҡал йәшенә етте. Беҙ туҡтауһыҙ әрләгән, тәнҡитләгән совет власы был хәҡиҡәтте хәҙерге менеджерҙарға ҡарағанда нығыраҡ аңлаған. Ә бит 80 йыл ғүмерендә ниндәй генә юғалтыуҙар кисермәгән, ауырлыҡтар үткәрмәгән был ғилми ойошма. Амантайҙары атылһа ла, ҡомартҡылары һатылһа ла, ил күргәнде күреп, ил халҡы кисергәнде кисереп, XXI быуатҡа аяҡ баҫҡан икән, уның киләсәге бар һәм ул милләтебеҙ киләсәге һымаҡ яҡты буласаҡ. Амин, шуны теләйек!


Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо


"Киске Өфө" гәзите. 2012 йылдың 12 номеры (март)